Аҡбаш сыпҡай (сыпҡай, сумҡа, тирҫаяҡ), (рус. Серощёкая пога́нка)), (лат. Podiceps grisegena)[1][2] сыпҡай һымаҡтар (Поганкообразные, Podicipediformes) отрядының сыпҡайҙар ғаиләһенә ҡараған һыу ҡошо. Төньяҡ ярымшарҙа, күберәген урман зонаһында таралған, әммә шулай уҡ төньяҡ ҡыуаҡлыҡлы тундраларға һәм көньяҡ сүлдәргә тиклем үтеп инә. Күҙгә ташланып бармаған ҡош яңғыҙ, йә булмаһа пар менән осрай, оя ҡорған осорҙа бәләкәй һирәк төркөм барлыҡҡа килтерә. Ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары әрәмәлегендә оя ҡора. Күп ваҡытын һыу өҫтөндәге ҡамышлыҡта, күрәнлектә үткәрә. Хәүеф тыуғанда үлән араһында боҫоп ҡалырға тырыша йәки, сумып, алыҫлаша. Үрсеү миҙгеле арауыҡлы, ареалдың көньяҡ өлөшөндә — апрелдән июлгә тиклем, төньяҡ өлөшөндә — майҙан августҡа ҡәҙәр. Ғәҙәттә, 3-4 аҡ йомортҡаһы була. Күсер ҡош. Ҡышты диңгеҙҙең литораль өлөшөндә үткәрә. Диңгеҙҙә көслө тулҡынланыу булмағанда сағыштырмаса һай урындарҙа, йәки туңмаған күлдәрҙә аҙыҡ таба.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Аҡбаш сыпҡай |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Podiceps grisegena (Boddaert, 1783)
|
Ареал |
---|
|
Һаҡлау статусы |
---|
Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 106003638
|
|
Ябырға
Оялау осорондағы туҡланыу характеры яҡын ҡәрҙәше урҙандың йәнәш булыуына ҡарап үҙгәрә: уларҙың йәшәү ареалы киҫешкәндә, уның аҙығын умыртҡаһыҙҙарҙар тәшкил итә. Икенсе яҡтан, төп аҙығы балыҡ булған күршеһе булмаған ерҙәрҙә (ә ул Европаның төньяҡ-көнбайышы һәм Төньяҡ Америка), нигеҙҙә рационы балыҡтан тора.
Рәсәйҙә аҡбаш сыпҡай — һирәк осраған ояласы төр, һәм шуға күрә Федерацияһының бер нисә субъектында Ҡыҙыл китабына индерелгән, шул иҫәптән Мәскәү һәм Ленинград өлкәләрендә. Ҡош шулай уҡ Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабы һағы аҫтында.