Ашау етмәү
Ашап еткермәү / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ашау етмәү — аҙыҡ-түлек етешмәү, ашауға мохтажлыҡ кисереүҙән барлыҡҡа килгән хәлде тасүирлаусы термин. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ рационда аҙыҡ-түлек етешмәү тураһында, ҡайһы саҡта аш ҡайнатыу трактында аш һеңдереү процессы боҙолау һәм аш һеңдереү процессында туҡлыҡлы матдәләр юғалтыу тураһында бара. Ашау етмәү осрағында гиротрофия күренеше өс дәрәжәлә квалификациялана. Бының өсөн индивидумдың нормаль ауырлығынан процентраҙа етешмәгән ауырлыҡты иҫәпләйҙәр.
Аслыҡ, ашау етмәү | |
| |
eMedicine | |
---|---|
MeSH |
D044342 |
Ашау етмәү Викимилектә | |
Аслыҡ, ашау етмәү социаль афәт булып һанала . Абсолют аслыҡ — ашар еткермәүҙең күҙгә күренеп торғаны, сағыштырмаса (йәшерен) аслыҡ — аслы-туҡлы йәшәү, аҙыҡ рационында кәрәкле матдәләр етмәү.
Аслыҡ, ғәҙәттән тыш тәбиғәт шарттары афәтенән һу: ер тетрәү, һыу баҫыуҙар, оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡ, циклондар һ.б., шулай уҡ һуғыштар, хәрби конфликттар нәтижәһендә башланып китә. Был осраҡ тар ауыл хужалығы етештереүен киҫкен кәметә һәм көтөлмәгән бәлә-ҡазаларға алып килә.
2000 йылдан 2000 йылғаса аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеү буйынса БМО докладында ашап еткермәү сәбепле үлем осрағы 58 % етә тип билдәләнә. «Донъяла йыл һайын 62 миллион кеше үлә, һәи ун икенсе кеше аслыҡтан ыҙалан[1]. 2006 йылда 38 миллион кеше ашап еткермәү менән бәле, микроэлементтар етешмәүҙән үлә»[2]. Үлем кимәлен хроник аслыҡ нәтижәһендә билдәләү ифрат та ауыр. Сөнки үлем осрағы туранан-тура аслыҡ менән бәйләнмәгән. Ашап еткермәү кешеләрҙең яман шеш, кахексия, дистрофия, маразм кеүек сирҙәр менән күпләп ауырыуына килтерә. Аҡһым етмәүҙән айырыуса балалар, бигерәк тә күкрәк һөтө имгән осорҙа һәм ғүмеренең беренсе йылдарында, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе ҡатындар ғазаплана.
Оҙаҡ ашамау билдәләре — хәлһеҙлек, ябыҡлыҡ, анемия, йыш ҡына шешкелек.
Ашау етмәү, организмдың нормаль эшмәкәрлеген һаҡлау өсөн туҡлыҡлы матдәләр етмәү булараҡ, ғәҙәттә үҫешеүсе илдәрҙә ярлылыҡ менән бәйле. Әммә туҡланыуҙың боҙолоуы, дөйөм термин булараҡ, айырыуса дөрөҫ туҡланмау кеүек, үҫешкән илдәрҙә лә күҙәтелә, был артыҡ ауырлыҡтағы кешеләр һаны күбәйгән процентында сағыла.
Ашау етмәү арҡаһында аҙыҡтың энергетик ҡиммәте (калориялар һаны) етешмәй, шулай уҡ кешелә аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар етешмәүе ихтимал. Көндәлек тормошта бындай боҙоҡлоҡтар башҡа терминдар менән билдәләнә, мәҫәлән, авитаминоз, йәки унан да тарыраҡ, ҡайһы бер туҡлыҡлы матдәләрҙең булмауы тураһында клиник картинаны аңлатҡан төшөнсәләр. Миҫал итеп С витамины етешмәгәндә цинга, пеллагрия (сәбәбе — PP витамины һәм бигерәк тә мөһим триптофан аминокислотаһы булған аҡһымдар етешмәүе) килтерергә мөмкин.
Дөйөм аслыҡ алиментар дистрофияға һәм квашиоркорға (туҡланыу рационында аҡһымдар етешмәү фонында ҡаты дистрофия төрө) килтерә.