Алгоритм
From Wikipedia, the free encyclopedia
Математикала һәм компьютер фәндәрендә алгоритм (фарсы телендә خوارزمی [al-Khwārazmī]) — этаплап иҫәпләү процедураһы. Анығыраҡ әйткәндә, алгоритм — мәсьәләне сисеүҙең аныҡ күрһәтмәләрҙән торған сикле теҙмә рәүешендә сағылдырылған ысулы. Алгоритм ярҙамында иҫәпләү процедураһы башланғыс күрһәтмәнән кереү мәғлүмәттәре менән башланып, башҡарылыу барышында эҙмә-эҙлекле аныҡ күрһәтмәләр аша үтә һәм, аҙаҡта сығыу мәғлүмәттәре булдырып, һуңғы күрһәтмәлә тамамлана.
Алгоритм | |
Кем хөрмәтенә аталған | Әл-Хәрәзми |
---|---|
Етештереү ысулы | алгоритмизация[d] |
Вики-проект | Проект:Информационные технологии[d] һәм Проект:Математика[d] |
Алгоритм Викимилектә |
Алгори́тм (лат. algorithmi — Урта Азия математигы Әл-Хәрәзми исеменән алынған[1]) — билдәле бер мәсьәләне сығарыу өсөн башҡарыусының эш итеү тәртибен тасуирлаусы, ҡайһы бер класс мәсьәләләрен сығарыуҙың аныҡ ҡағиҙәләренән торған сикле йыйылма йәки күрһәтмәләр йыйынтығы. Иҫке трактовкала «тәртип» һүҙе урынына «эҙмә-эҙлеклек» һүҙе ҡулланыла, компьютерҙар эшендә параллеллек үҫешкән һайын «эҙмә-эҙлеклек» һүҙе дөйөмерәк «тәртип» һүҙе менән алмаштырыла башлай. Ирекле инструкциялар, әгәр ҡулланылған башҡарыусылар мөмкинлек бирһә, ирекле тәртиптә, параллель башҡарыла алалар.
Элегерәк рус телендә «алгорифм» тип яҙғандар, хәҙер ундай яҙыу һирәк ҡулланыла, шулай булыуға ҡарамаҫтан ташлама ғәмәлдә (Марковтың нормаль алгорифмы]]).
Йыш ҡына башҡарыусы сифатында компьютер сығыш яһай, ләкин алгоритм төшөнсәһе компьютер программаларына ғына ҡағылмай, шулай, мәҫәлән, аныҡ тасуирланған ашамлыҡ әҙерләү ысулы шулай уҡ алгоритм була, был осраҡта башҡарыусы булып кеше тора (ә бәлки ниндәйҙер механизм, мәҫәлән һанлы идара ителеүсе туҡыу станогы, һәм башҡалар).
Иҫәпләү алгоритмдарын (артабан һүҙ күберәк шулар тураһында бара), һәм идара итеү алгоритмдарын айырып ҡарарға була. Иҫәпләү алгоритмдары ниндәйҙер функцияны иҫәпләүҙе башҡарып, бирелгән башланғыс мәғлүмәттәрҙе сығыу мәғлүмәттәренә үҙгәртәләр. Идара итеү алгоритмдарының семантикаһы тулыһынса айырыла һәм билдәләнгән ваҡыттарҙа йәки тышҡы ваҡиғаларға реакция сифатында тейешле идара итеүсе ғәмәлдәр сығарыуға ҡайтарылып ҡалдырылырға мөмкин (был осраҡта, иҫәпләү алгоритмынан айырмалы рәүештә, идара итеү алгоритмы сикһеҙ башҡарыу ваҡытында рөхсәт ителә торған булып ҡалырға мөмкин).
Алгоритм төшөнсәһе математиканың төп, башланғыс төшөнсәләре иҫәбенә керә. Алгоритмик характерҙағы иҫәпләү процестары (бөтөн һандар өҫтөндә арифметик ғәмәлдәр, ике һандың иң ҙур уртаҡ бүлеүсеһен табыу һәм башҡалар) кешелеккә борондан билдәле булған. Шулай ҙа был төшөнсә XX быуат башында ғына асыҡтан-асыҡ формалаша.
Алгоритм төшөнсәһен өлөшләтә формалләштереү, Давид Гильберт 1928 йылда формулировкалаған хәл итеү проблемаһын хәл итергә маташыуҙарҙан башлана (нем. Entscheidungsproblem). Формалләштереүҙең артабанғы этаптары эффектив иҫәпләүҙәрҙе[2] йәки «эффектив ысулдарҙы»[3] билдәләү өсөн кәрәк була; шундай формалләштереүҙәр араһында — Гёдель — Эрбран — Клиниҙың рекурсив функциялары 1930, 1934 һәм 1935 йй., Алонзо Чёрчтың λ-иҫәпләмәһе 1936 й., Эмиль Посттың 1936 йылдағы «формулировка 1-е» һәм Тьюринг машинаһы.