Аландар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аландар (бор. грек. Ἀλανοί, лат. Alani, Halani, әрмән. Ալանք[1]) — скиф-сармат сығышлы иран телле күсмә ҡәбиләләр. Яҙма сығанаҡтарҙа беҙҙең эраның I быуат уртаһынан — уларҙың Азов һәм Кавказ алдына килеп сыҡҡан ваҡытында телгә алына[2][3][4].
Аландар | |
Туған тел | скифо-сарматские языки[d] һәм аланский язык[d] |
---|---|
Дәүләт |
Северное Приазовье[d] Кавказ алды |
Аландар Викимилектә |
Аландарҙың бер өлөшө IV быуат аҙағында алып халыҡтарҙың бөйөк күсенеүендә ҡатнаша, башҡалары иһә Кавказ итәгендәге биләмәләрҙә төпләнә. Аландарҙың ырыу-ҡәбилә союзы Аланияның — үҙәк Кавказ алдындағы монголдар походына тиклем булған иртә феодаль дәүләт — нигеҙе була.
Аланияны ҡыйратҡан һәм 1230-сы йылдар аҙағына Кавказ алдының уңдырышлы тигеҙлек райондарын баҫып алған монголдар иҫән ҡалған аландарҙы Үҙәк Кавказ тауҙарында һәм Кавказ аръяғында йәшеренергә мәжбүр итә. Унда аландар төркөмөнөң береһе хәҙерге осетиндарға урындағы ҡәбиләләр ҡатнашлығында башланғыс бирә[5][6][7][8][9][10]. Улар Төньяҡ Кавказдың башҡа халыҡтары этногенезында һәм мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүендә билдәле бер роль уйнай.[11][12].