Австралия
Көньяҡ ярымшарҙа шул уҡ исемле континенттағы дәүләт / From Wikipedia, the free encyclopedia
Австралия (ингл. Australia, латин. austrālis — «көньяҡ») рәсми формаһы — Австралия Берлеге йәки Австралия берләшмәһе[1] — Көньяҡ ярымшарҙағы дәүләт, шул уҡ исемле материкты, Тасмания утрауын һәм Һинд һәм Тымыҡ океандың башҡа бер нисә утрауын биләй[* 1]; ҙурлығы буйынса донъяла алтынсы дәүләт. Австралия Союзынан төньяҡҡа табан — Көнсығыш Тимор, Индонезия һәм Папуа — Яңы Гвинея, төньяҡ-көнсығышта — Вануату, Яңы Каледония һәм Соломон утрауҙары, көньяҡ-көнсығышта Яңы Зеландия урынлашҡан.
| |||||
«» | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 1 ғинуар 1901 (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | de facto инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Канберра | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Сидней | ||||
Идара итеү формаһы | Конституцион монархия | ||||
Батшабикә Генерал-губернатор Премьер-министр | Елизавета II Майкл Джеффери Кевин Радд | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 6 урын 7 686 850 км² 1 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007) • Тығыҙлыҡ | 52 урын 21 002 000 2,7 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2001) • Кеше башына | 16 урын 611 млрд. $ 29 893 $ | ||||
Валюта | Австралия доллары (AUD) | ||||
Интернет-домен | .au | ||||
Телефон коды | +61 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +8 ... +10 |
Төп Папуа — Яңы Гвинея утрауынан Австралия Союзының материк өлөшөн Торрес боғаҙы айыра, уның киңлеге 150 км самаһы тәшкил итә[3], ә Австралияның Боигу утрауынан Папуа — Яңы Гвинеяға тиклем ара яҡынса 5 километр тәшкил итә[4]. 2018 йылдың 31 декабренә ҡарата халыҡ һаны 25 180 200 кеше тип баһалана, уларҙың күпселеге көнсығыш яр буйындағы ҡалаларҙа йәшәй[5].
Австралия — донъяла иҡтисад күләме буйынса ун өсөнсө урында булған үҫешкән илдәрҙең береһе, йән башына ЭТП буйынса донъяла алтынсы урында тора. Австралияның хәрби сығымдары ҙурлығы буйынса донъяла ун икенсе урында тора. Кеше үҫеше индексы буйынса икенсе урында торған Австралия йәшәү сифаты, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисади азатлыҡ, гражданлыҡ азатлығын һәм сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау кеүек күп өлкәләрҙә юғары урын биләй[6]. Австралия G20, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, АТЭС, БМО, Милләттәр берләшмәһе, АНЗЮС, АУКУС һәм Тымыҡ океан утрауҙары форумы ағзаһы булып тора.