Һары диңгеҙ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һары диңгеҙ (ҡыт. ябайл. 黄海, пиньин: Huanghai «хуан-хай», кор. 황해 «хван-хэ») — Азияның көнсығыш яр буйынан алып Корея ярымутрауының көнбайыш ярына тиклем Тымыҡ океандың ярым ябыҡ диңгеҙе. Атамаһы Ҡытай йылғаларының килтерелгәненән һәм аҙыраҡ дәрәжәлә саңлы ҡойондар йоғонтоһонда үҙгәргән диңгеҙ һыуының төҫө буйынса бирелгән. Яҙын саңлы ҡойондар бик көслө була, был диңгеҙҙәге судноларға хәрәкәтен туҡтатырға мәжбүр итә.
Ҡыҫҡа факттар Һары диңгеҙ, Майҙаны ...
Һары диңгеҙ | |
---|---|
Майҙаны | 416 мең км² |
Күләме | 17 мең км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 106 м |
Уртаса тәрәнлек | 40 м |
Һары диңгеҙ Викимилектә |
Ябырға