Ҡан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡан — күҙәнәктәрҙе туҡландырып, ҡан тамырҙары буйлап йөрөгән шыйыҡ эске среда. Тоташтырғыс туҡымаларҙың бер төрө.
Ҡан | |
Төҫ | Ҡыҙыл төҫ, бесцветный[d] һәм Йәшел |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | Гематология |
Продуцируется | костный мозг[d] |
Код NCI Thesaurus | C12434 |
Ҡан Викимилектә |
Ҡан — организмдың тоташтырғыс туҡымаһы төрҙәренең береһе булып тора. Уның төп өлөшөн шыйыҡ хәлдәге күҙәнәк-ара матдә — плазма тәшкил итә.
Плазмала ҡан күҙәнәктәре (ҡан тәнсәләре) — эритроциттар, лейкоциттар һәм ҡан пластинкалары — тромбоциттар була.
Умыртҡалыларҙың ҡаны ҡыҙыл төҫтә. Төҫө эритроциттаҙағы кислородты бәйләүсе гемоглобинға бәйле. Кешенең кислородҡа байыған ҡаны (артериаль ҡан) асыҡ ҡыҙыл төҫтә, ә кислородһыҙ ҡан (веноз) ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә була.
Йомшаҡ тәнлеләр (моллюскылар) һәм быуынтығаяҡлыларҙың ҡаны (дөрөҫөрәге, гемолимфа) гемоцианинға бәйле зәңгәр төҫтә була.
Дөйөм алғанда, ирҙәрҙең ҡаны уртаса 5,2 л, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы — 3,9 л, яңы тыуғандарҙыҡы — 200—350 мл тирәһе тәшкил итә.
Организмда булған ҡан миҡдары тән массаһының— 6—8 % -ын тәшкил итә.
Ҡан яһаусы ағзалар булып һөйәктең ҡыҙыл кимек матдәһе, тимус, лимфатик төйөндәр һәм талаҡ тора.
Биологиның ҡанды өйрәнеүсе бүлеге гематология тип атала.