Яхъя
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яхъя́ ибн Зәкәрийә (ғәр. يحيى ابن زكريا) — Аллаһы тәғәлә тарафынан Бәни Исраил ҡәүеменә Мәрйәм улы Ғайсаның пәйғәмбәрлек миссияһын раҫларға ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Зәкәрийә пәйғәмбәр улы. Библиялағы пәйғәмбәр Иоанн Креститель менән бер тип һанала. Ҡөрьәндә 5 тапҡыр телгә алына. Исламс риүәйәтенә күрә, Яхья пәйғәмбәр Ғайсаның пәйғәмбәрлеген беренсе булып әйткән, уға ышанған һәм йәһүдтәр араһында рисәләтенә ярҙам иткән.