Сиань
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сиань (ҡыт. ғәҙәти 西安, , пиньин: Xī'ān, палл.: Сиань西安, пиньинь: Xī'ān, палл.: Сиань) —Шэньси провинцияһының(КХР) субпровинция әһәмиәтендәге ҡала Шэньси (КХР), провинцияның хөкүмәт була торған урыны.
Ҡалаға 3100-ҙән артыҡ йәш, күпмелер ваҡыт ул донъяның иң ҙур (майҙаны һәм йәшәүселәр һаны буйынса) ҡалаһы.. Сиань — Ҡытайҙың иң данлыҡлы тарихи һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе. Ҡытайҙың Чжоу, Цинь, Хань, Суй һәм Тан осорондағы 13 династияларҙың баш ҡалаһы. Был дәүләттәрҙең баш ҡалалары хәҙерге Сиандың үҙәгенән аҙ ғына алыҫлыҡта төрлө урындарҙа урышлашҡан.
Ҡаланың элекке исеме — Чанъань, (ҡыт. ғәҙәти 長安, ябайл. 长安, пиньин: Cháng'ān, палл.: Чанъань長安, уп. 长安, пиньинь: Cháng'ān, палл.: Чанъань,), тәржемәһе «оҙайлы тыныслыҡты» аңлата. Сиань (Чанъань) ҡалаһы Бөйөк ебәк юлындағы сауҙа карауандарының Ҡытайға ингән урынында тора. Ҡала эргәһендә Боронғо Ҡытайҙың ҡурғанлы кәшәнәләр, шул иҫәптән , Цинь Шихуандиҙың терракотлы армияһының мавзолейы бар.
1990 йылдың Ҡытайҙың үҙәк һәм төньяҡ төбәктәренең иҡтисади үҫеш планы буйынса Сиань иң мөһим мәҙәниәт, мәғариф һәм сәнәғәт үҙәгенә әүерелгән.