Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы — дәүләт һәм халыҡ алдындағы айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн юғары дәрәжә, Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Исем Рәсәй Федерацияһы граждандарына Рәсәй именлеген һәм сәскә атыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән дәүләт, йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәрлегендә күренекле һөҙөмтәләргә өлгәшеү менән бәйле дәүләт һәм халыҡ алдындағы айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелә.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы | ||
| ||
Ил | ||
---|---|---|
Награда төрө |
Рәсәй Федерацияһының юғары исемдәре | |
Кемгә бирелә |
Рәсәй Федерацияһы граждандарына | |
Награда тапшырыла |
дәүләт һәм халыҡ алдында айырым хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн | |
Статус |
вручается | |
Статистика | ||
Раҫланған ваҡыты | ||
Беренсе бүләкләү | ||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
87 | |
Сиратлылыҡ | ||
Өлкәнерәк награда | ||
Кесерәк награда | ||
[[commons:Category: Hero of Labour of the Russian Federation Викимилектә|Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы]] Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт геройына айырым отличие билдәһе — «Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы» алтын миҙалы һәм Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исемен биреү тураһында Грамота тапшырыла.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы исеме статусы буйынса Рәсәйҙең Рәсәй Федерацияһы Геройы дәрәжәһенән һуң икенсе исеме булып тора. Кешегә Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме лә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт Геройы исеме лә бирелгән осраҡта Рәсәй Федерацияһы Президенты указы нигеҙендә уның тыуған илендә тейешле яҙыу менән бронза бюсы ҡуйыла.