Проект:Фән һәм мәғрифәт йылы
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Фән һәм мәғрифәт йылы» википроекты — йыл викимарафоны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Фән һәм мәғрифәт йылы» проектының бер өлөшө. Башҡорт Википедияһында, Башҡорт Викидәреслегендә, күп телле Викидатала һәм Викимилектә 2023 йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Интернет киңлегендә башҡорт телендәге сифатлы мәғлүмәттең күләмен арттырыу, вики проекттар эшмәкәрлегенә район, ҡала, Рәсәй төбәктәре, сит ил ҡоролтайҙарын, башҡорт милли ойошмаларын йәлеп итеү, ирекмен мөхәррирҙәр иҫәбен күбәйтеү маҡсатында ойошторола. Проектты тормошҡа ашырыу барышында билдәләнгән темаларға яңы мәҡәләләр яҙыу һәм тулыландырыу, дөйөм базала элементтар (структураланған яҙмалар) яһау һәм аныҡлау, Викимилеккә фоторәсемдәр тейәү башҡарыла.