Нью-Йорк
АҠШ-тағы ҡала, донъялағы иң ҙур агломерацияларҙың береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Нью-Йорк (ингл. New York City, МФА: New York (i), [nuː ˈjɔɹk ˈsɪti]? йәки [njuː ˈjɔːk ˈsɪti]? ) — АҠШ-тағы ҡала, донъялағы иң ҙур агломерацияларҙың береһе. Ҡалала 8 405 837 кеше йәшәй, агломерацияла — 20,63 млн (2015 йыл). Нью-Йорк Атлантик океан ярында, Нью-Йорк штатының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалаға XVII быуат башында Голландия колонистары нигеҙ һалған. 1664 йылға тиклем ул Яңы Амстердам тип атала.
Ҡала
|
Нью-Йорк биш административ округтан (район, боро) тора: Бронкс, Бруклин, Куинс, Манхэттен һәм Статен-Айленд.
Төп иҫтәлекле урындар Манхэттенда урынлашҡан. Улар араһында тарихи бик бейек йорттар (Эмпайр-стейт-билдинг, Крайслер-билдинг), Рокфеллер үҙәге, Вулворт-билдинг, Метрополитен-музей, Метрополитен-опера, Карнеги-холл, Соломон Гуггенхейм музейы (живопись), Америка тәбиғәт тарихы музейы (планетарий һәм динозаврҙар һөлдәләре), «Плаза», «Уолдорф-Астория», «Челси» отелдәре, БМО штаб-фатиры, Гарлем бар.
Нью-Йорк — донъяның мөһим финанс, сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге.