Көнбайыш фәлсәфәһе
көнбайыш цивилизацияһы фәлсәфәүи фекере һәм хеҙмәттәре. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнбайыш фәлсәфәһе (ингл. Western philosophyWestern philosophy) — көнбайыш цивилизацияһының көнсығыш фәлсәфәләре һәм күп төрлө автохтон фәлсәфәләренән айырылып торған фәлсәфәүи фекере һәм хеҙмәттәре.
Көнбайыш фәлсәфәһе — көнбайыш мәҙәниәтенең фәлсәфәүи фекер йөрөтөүен билдәләү өсөн индерелгән сағыштырмаса яңы тарихи термин. Был фәлсәфә, Боронғо Грециялағы боронғо грек фәлсәфәһенән башлап, артабан Ер шарының Төньяҡ Америка һәм Австралия кеүек киң биләмәләрен дә үҙ эсенә ала бара. Шулай уҡ уға Төньяҡ Африка территорияһын, Урта көнсығыштың, Көнсығыш Европаның айырым ареалдарын һәм башҡаларҙы индереү тураһында бәхәстәр бара. Фәлсәфә һүҙе боронғо грек телендәге philosophia (бор. грек φιλοσοφία) һүҙенән килеп сыҡҡан: һүҙмә-һүҙ «аҡыллылыҡты һөйөү» (бор. грек φιλεῖν — philein «яратам» һәм бор. грек σοφία — sophia «аҡыл», белем мәғәнәһендә).
Хәҙерге терминологияла көнбайыш философияһы хәҙерге фәлсәфәнең ике төп «традиция»һына: аналитик фәлсәфәгә һәм континенталь фәлсәфәгә ҡарай.