Кариб кризисы
1962 йылдың октябрендә СССР менән АҠШ араһындағы сәйәси, дипломатик һәм хәрби ҡапма-ҡаршылыҡ / From Wikipedia, the free encyclopedia
Кариб кризисы (шулай Кубалағы ракета кризисы, ингл. Cuban missile crisis; Октябрь кризисы, Crisis de Octubre) — Ҡушма Штаттарҙың (НАТО хәрби блогында ҡатнашҡан ил) 1961 йылда Төркиә территорияһына уртаса алыҫлыҡтағы «Юпитер» ракеталар комплексын урынлаштырыуына бәйле 1962 йылдың октябрендә Советтар Союзы һәм Ҡушма Штаттар араһында барлыҡҡа килгән бик көсөргәнешле сәйәси, хәрби һәм дипломатик ҡапма-ҡаршылыҡтар. Был ракеталар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ (осоу ваҡыты бик ҡыҫҡа) Советтар Союзының көнбайыш өлөшөндәге ҡалаларына, шул иҫәптән Мәскәүгә һәм СССР-ҙың төп сәнәғәт үҙәктәренә барып төшә ала, һөҙөмтәлә СССР хатта яуап һөжүмен биреп тә өлгөрмәйәсәк. АҠШ-тың был хәрби аҙымына яуап итеп, СССР АҠШ-ҡа яҡын ғына урынлашҡан Куба утрауына кадровый хәрби частар һәм подразделениеларҙы (улар ҡарамағында ғәҙәти ҡорал, шулай уҡ атом ҡоралы ла, шул иҫәптән ер өҫтөнә урынлаштырыла торған баллистик һәм тактик ракеталар ҙа була) урынлаштыра. Кризис глобаль ядро һуғышына килтереү ихтималлығы килеп тыуа.
Кариб кризисы | |||
Төп конфликт: Һалҡын һуғыш | |||
Дата |
16—28 октябрь 1962 | ||
---|---|---|---|
Урыны | |||
Сәбәбе |
1961 йылда Төркиәлә АҠШ-тың ҡоралks r2cn`hty урынлаштырыуы | ||
Нәтижә |
| ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Кариб кризисы Викимилектә | |||