Варшава университетының шәрҡиәт факультеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Варшава университетының Шәрҡиәт факультеты (пол. Wydział Orientalistyczny Uniwersytetu Warszawskiego) – Варшава университетының егерме факультетының бере. Элек был фәнни тикшеренеү майҙансығы Варшава университетының Шәрҡиәт институты (пол. Instytut Orientalistyczny Uniwersytetu Warszawskiego) тип йөрөтөлгәйне. Әлеге ваҡытта Шәрҡиәт факультетында 130 тирәһе уҡытыусы һәм тикшеренеүсе эшләй, көндөҙгө һәм киске бүлектәрендә 1200-ҙән дә күп студент уҡып тора. Бынан тыш, факультетта шәрҡи телдәр һәм әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә PhD-докторантура кимәлендәге уҡытыу ҙа алып барыла.