Балалар әҙәбиәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Балалар әҙәбиәте — 14-16 йәштәге балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән һәм нәфис образдар теле ярҙамында балаларға тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләлрен хәл итеүсе әҙәбиәт. Бынан тыш, «балалар уҡыуы» тигән төшөнсә йәшәп килә, ул өлкәгә авторҙар тарафынан баштан уҡ өлкәндәргә тәғәйенләп ижад иткән әҫәрҙәр инергә мөмкин, ундайҙар иҫәбенә А. С. Пушкин, Шарль Перро, В. Гауф, Ганс Христиан Андерсен, бер туған Я. һәм В. Гриммдар, шулай уҡ Даниэль Дефоның «Робинзон Крузо», " М. Сервантестың «Дон Кихот» , Джонатан Свифтың «Гулливера сәйәхәте» кеүек данлыҡлы әкиәттәре һәм башҡалар инә, шуның өҫтәүенә, һуңғы килтерелгән миҫалдағы кеүек, ҡатмарлы әҙәбиәтте лә балаларға ҡулайлаштыралар һәм ябайлаштырып һөйләп бирәләр.
Балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙең матди кәүҙәләнеше булып балалар китаптары тора.