Әл-Ҡаидә
экстремистик ойошма / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Ҡаидә («рус. Аль-Ка́ида») (ғәр. القاعدة, al-qāʿidah, IPA: /ælˈqɑːʕɪdɐ/ — «нигеҙ»[5], «база»[5], «фундамент», «принцип») — иң ҙур халыҡ-ара ультрарадикаль террорсы ойошмаларҙың[5][6] береһе.
Әл-Ҡаидә | |
ғәр. القاعدة | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | 1988 |
---|---|
ХФА-лағы транскрицияһы | əlˈqaːʕɪda |
Террорист тип иғлан ителгән | Америка Ҡушма Штаттары[1] һәм Рәсәй[2] |
Һуғыш/алыш | Гражданская война в Афганистане[d] һәм Хронология конфликта в Вазиристане[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Йыһат (ғазауат) |
Нигеҙләүсе | Усама бен Ладен[d] |
Ойошма етәксеһенең вазифаһы | верховный эмир Аль-Каиды[d] |
Етәксе | Айман аз-Завахири[d][3] һәм Усама бен Ладен[d] |
Сәйәси идеология | ваххабизм, салафитский джихадизм[d], кутбизм[d], Панисламизм, антикоммунизм[d], антисионизм[d], антисемитизм[d] һәм Исламсылыҡ[4] |
Ил | Афғанстан |
Илһам сығанағы | Сейид Кутб[d] |
Категория членов | Категория:Члены Аль-Каиды[d] |
Әл-Ҡаидә Викимилектә |
1988 йылда[5][7][8] ойошторола. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарғандан һуң, «Әл-Ҡаидә» иң үткер көрәшен АҠШ-ҡа, йәғни «көнбайыш донъяһы» илдәренә һәм ислам илдәрендә уларҙы яҡлаусыларға төбәй[6]. Режимдың маҡсаты ислам илдәрендә донъяуи ҡоролоштарҙы ҡолатыу, "Бөйөк ислам хәлифәлеге"н булдырыу[9].
1998 йылда Кения һәм Танзания баш ҡалаларында АҠШ илселектәрен шартлатҡандан һуң, «Әл-Ҡаидә» донъяла 1-се террористик ойошмаһы статусын ала. "Әл-Ҡаидә"ның иҫәбендә — бер нисә ҙур террорсы акт планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән АҠШ-та 2001 йылдың 11 сентябре теракттары[6]. 2001 йылдың 11 сентябрендәге һөжүмдән башланған һәм менән бәйле эшмәкәрлеге «Әл-Ҡаидә» эшмәкәрлеге һәм уны баҫтырыу менән бәйле ваҡиғалар сылбыры Терроризмға ҡаршы һуғыш булараҡ билдәле. Лашкаре-Тайба, Лашкар-э-Джангви[8] һәм Имарат Кавказ[10] менән хеҙмәттәшлек итә.