Әзербайжан теле
төрки тел, Әзербайжан һәм Дағстандың дәүләт теле / From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжа́н теле (үҙатамаһы: Azərbaycan dili, آذربايجان ديلی, Азәрбајҹан дили) — алтай телдәр ғаиләһенә ҡараған, шул уҡ ваҡытта ҡыпсаҡ ареалына ҡараған ҡыпсаҡ телдәре һыҙаттары булған, төрөк телдәренең көньяҡ-көнбайыш тармағына, уғыҙ телдәренең уғыҙ төркөмсәһенә ҡараған тел, әзербайжан халҡының теле.
Әзербайжан теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
Azərbaycan dili, |
---|---|
Илдәр |
Әзербайжан, Иран, Ираҡ[1], Грузия, Рәсәй Федерацияһы, Афғанстан[2][3], Украина, Төркиә, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан (1988 йылға тиклем), Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан[4][5][6] |
Регионы |
Иран: Көнбайыш Әзербайжан, Көнсығыш Әзербайжан, Ардебиль, Зенджан, Казвин, Хамадан, Кум; өлөшләтә Үҙәк Меркези, Гилян, Курдистан; Мазендеранда һәм Хөрәсән-Резавиҙағы анклавтар; Тәһран, Кередж, Мәшһәд ҡалаларында. |
Рәсми статусы | |
Идара итеүсе ойошма | |
Был телдә һөйләшеүселәр | |
Телде белеүселәр |
30 |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Алтай телдәре (гипотетик ғаилә)
| |
Әлифба |
латиница (Әзербайжанда) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
азе 025 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 |
aze, azj, azb, qxq, slq |
Был телдә Википедия | |
Морфологик төҙөлөшө буйынса әзербайжан теле агглютинатив, синтетик тел[14]. Әзербайжан теленең лексикаһы һәм фонетикаһына фарсы теле һәм ғәрәп теле ҙур йоғонто яһаған.
XX быуат дауамында әзербайжан яҙмаһы дүрт тапҡыр үҙгәргән. Хәҙерге ваҡытта әзербайжандар өс төрлө яҙма менән файҙаланалар: Иранда ғәрәп яҙмаһы, — Әзербайжанда — латиница һәм Дағстанда (Рәсәй) — кириллица.
Әзербайжандың дәүләт теле һәм Дағстандың (Рәсәй) дәүләт телдәренең береһе булып тора. Әзербайжандарҙың компакт йәшәгән урындарында, Иранда (Иран Әзербайжаны) һәм Грузияла (Квемо-Картли) таралған. Әзербайжан телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 25—30 миллион кеше булған.