Әзербайжан тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан тарихы — бында Әзербайжандың борон замандарҙан алып бөгөнгә тиклемге тарихы һүрәтләнә. Әзербайжан территорияһын палеолит осоронан уҡ кеше төйәк иткән (тәүтормош кешеләренең торамалары Азих мәмерйәһендә, Ҡобустанда һ.б. табылған). Б. э. т. II быуаттан 705 йылға тиклем хәҙерге Әзербайжан биләмәләрендә Кавказ Албанияһы тигән полиэтник батшалыҡ була (387 йылға тиклем — Кура йылғаһының һул ярында ғына), көньяҡ-көнсығыш төбәктәр Атропатена составына инә. VIII быуатта Албания һәм Атропатена территориялары Ғәрәп хәлифәлегенә инә, ислам дине һәм ислам мәҙәниәте тарала башлай. Хәлифәлек тарҡалғас, бер нисә феодаль дәүләт (Ширваншаһтар, Салариҙар, Сажиҙар, Шәддәдиҙәр, Рәүүәдиҙәр) барлыҡҡа килә.
XI быуатта был ерҙәр Сәлжүк империяһы хакимлығына эләгә, һәм төрки ҡәбиләләренең миграцияһы арҡаһында төбәктә борондан йәшәп килгән халыҡ (албан һәм иран ҡәбиләләре) төркиләшә башлай. Һөҙөмтәлә, әзербайжан этносы ярала [1], был процесс XV быуат аҙағына тамамлана [1]. XII быуатта Арран Илдигиздәр дәүләте составына инә. XIII быуатта монголдар һөжүм итә. Хәҙерге Әзербайжан территорияһы Хулагу һәм Аҡһаҡ Тимер дәүләттәре хакимлығы аҫтына эләгә. Улар көсһөҙләнгәс, төркүмәндәрҙең Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы дәүләттәре власты ала. XVI быуат башында Әзербайжан ерҙәре Сәфәүи дәүләтенә инә. 1747 йылдан алып XIX быуаттың башына тиклем күп милләтле ярымбойондороҡһоҙ әзербайжан ханлыҡтары була. XIX быуат башында ханлыҡтар биләгән территориялар Рәсәй империяһы составына инә. Ҡушылған территория губерналарға һәм өйәҙҙәргә бүленә.
1918 йылда империя тарҡалғандан һуң Көнсығыш Кавказ аръяғында Әзербайжан Демократик Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә (1918 йылға тиклем әзербайжандарҙың үҙ дәүләте булмай, күрше грузиндарҙан һәм әрмәндәрҙән айырмалы, Кавказ аръяғы мосолмандары үҙҙәрен мосолман донъяһының бер өлөшө итеп күрә [2][3]). 1918 йылға тиклем «Әзербайжан» атамаһы башлыса Аракс йылғаһынан көньяҡтараҡ ятҡан территорияларға ҡағыла, ә хәҙерге Әзербайжандың күпселек өлөшө нигеҙҙә тарихи Арран һәм Ширван өлкәләрен биләй. 1920 йылдың апрелендә Әзербайжан ССР-ы ойошторола, ул 1936 йылдан СССР составына инә. 1991 йылда Әзербайжан Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм СССР составынан сыға.