Әзербайжан архитектураһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан архитектураһы (әзерб. Azərbaycan memarlığı) — хәҙерге Әзербайжан территорияһындағы архитектура-тарихи әһәмиәткә эйә булған төҙөлөш ҡоролмалары комплексы[1] . Әзербайжан архитектураһы ил территорияһында элек һәм хәҙер йәшәгән һәм халыҡтарҙың архитектураһын үҙ эсенә ала. Ҡулланылған төҙөлөш материалдары төрө буйынса Әзербайжандың архитектура ҡоролмаларын ике төркөмгә бүлергә мөмкин: таштан төҙөлгән ҡоролмалар төркөмөнә Баҡы, Шәмәхә һәм уларҙың тирә-яғын, һәм икенсе төркөмгә — Нахчиванда, Гәнжә, Бәрдәлә һәм башҡа райондарҙа, башлыса кирбес ҡулланылған урындарҙы индерергә мөмкин[2].