Һөлдә
From Wikipedia, the free encyclopedia
Скеле́т, һөлдә (бор. грек. σκελετός — киптерелгән) — тере организмдарҙың терәк системаһын үтәүсе биологик система; кеше һәм йәнлектәр тәненең тотоноп тороуын тәьмин иткән һөйәктәр берекмәһе[1]; организмда терәк һәм механик зарарланыуҙарҙан һаҡлау функцияһын үтәй торған ҡаты туҡымалар[2].
Coronacollina acula тип йөрөтөлгән болот һымаҡ һөлдәһе булған иң тәүге организмдар 550—560 миллион йылдар элек Австралияның көньяҡ ярҙарында йәшәгән[3][4]. Боронғо һөлдә әҙерләү ысулы — ҡояшта йәки эҫе ҡомда киптереү[5].