Һыуытҡыс
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һыуытҡыс — түбән температураны һаҡлаусы изоляцияланған камералы ҡоролма. Ғәҙәттә һалҡын урында һаҡланырға тейеш булған аҙыҡ йәки әйберҙәрҙе һаҡлауға тәғәйенләнгән . Үҫешкән илдәрҙә һыуытҡыс бөтә ғаиләлә лә тиерлек бар. Һыуытҡыстың эше һыуытыусы машинаны ҡулланыуға нигеҙләнгән, ул йылылыҡты һыуытҡыстың эшсе камераһынан тышҡа сығара. Бынан тыш бик ҙур һыуытҡыстар бар, улар йәмәғәт туҡланыу системаһында , магазиндарҙа һәм сәнәғәттә ҡулланыла. Ҙур,унар, йөҙәр кубометр һыйышлы эшсе камералы һыуытҡыстар ит комбинаттарында, сәнәғәт производствоһында ҡуйыла. .
Һыуытҡыс | |
Алыштырған | ледник[d], рефрижератор[d] һәм ледник[d] |
---|---|
Асыу датаһы | 1856 |
Код MCN | 8704.32.30 |
Һыуытҡыс Викимилектә |
Һыуытҡыстар ике төргә бүленә: аҙыҡ-түлек һаҡлау өсөн уртаса температуралы һәм түбән температуралы туңдырғыстар.
Туңдырғыс — аҙыҡ-түлекте туңдырыу һәм һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән айырым прибор, йәки һыуытҡыстың бер өлөшө. Туңдырғыста ғәҙәттә температура −21 °C була. Хәҙерге заманда ике камералы һыуытҡыстар сығарыла, унда ике компонент та бар. Тәүге ике камералы һыуытҡыстар General Electric фирмаһы тарафынан сығарылған.