Һыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һыу (водород оксиды) — тәүторош хәлендә төҫө, тәме һәм еҫе булмаған үтә күренмәле шыйыҡса. Химик формулаһы: H2O. Температураһы Цельсий буйынса 0 градустан түбән төшһә, ҡаты рәүешкә инә, туңа. Һыу туң хәлдә боҙ, ҡар, бәҫ тәшкил итә. Температураһы Цельсий буйынса 100 градусҡа күтәрелһә, ҡайнап сыға һәм быуға әйләнә. Ер йөҙөнең 71 % тирәһе һыу ятҡылыктары менән ҡапланған. Улар океан, диңгеҙ, йылға, күл, боҙлоҡтарҙан тора.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Һыу | |
Дөйөм үҙенсәлектәре | |
---|---|
Систематик исеме | Водород оксиды Һыу[1] = |
Ғәҙәти исеме | һыу |
Химик формула | Н2O |
Физик үҙенсәлектәре | |
Агрегат хәле (Стандарт шарттарҙа) | шыйыҡлыҡ |
Моляр масса | 18,01528 г/моль |
Тығыҙлығы | 0,9982 г/см³ |
Динамик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа) | 0,00101 Па·с (20 °C-та) |
Кинематик үҙлелек (Стандарт шарттарҙа) | 0,01012 см²/с (20 °C-та) |
Матдәлә тауыш тиҙлеге | 1348 м/с (дистиллирланған һыу) м/с |
Термик үҙенсәлектәре | |
Иреү температураһы | 0 °C |
Ҡайныу температураһы | 99,974 °C |
Критик нөктә | 374 °C, 22,064 МПа |
Моляр йылы һыйҙыралышлылыҡ (Стандарт шарттарҙа) | 75,37 Дж/(моль·К) |
Йылы үткәреүсәнлек (Стандарт шарттарҙа) | 0,56 Вт/(м·K) |
Хәүефһеҙлеге | |
Ағыулылығы |
Һыу — көслө иреткес. Тәбиғи хәлдә унда һәр ваҡыт ирегән матдәләр бар.
Ер йөҙөндә һыу төп йәшәү сығанағы булып тора. Һәр бер тере йәндең һәм үҫемлектең химик төҙөлөшөнә инә, тирә-яҡ мөхиттең торошон билдәләй.
Тере кешенең тәненең 55—78%-ы һыуҙан тора, уның күләме кешенең йәше һәм ауырлығына бәйле. Кеше организмында 10 % һыу юғалтыу үлем осрағына килтереүе мөмкин. Тәндә уның күләмен бер кимәлдә тотоу өсөн, кешегә көнөнә яҡынса 3 литр һыу эсергә кәрәк.
22 март — Бөтә донъя һыу көнө. Һыу ресурстары көнөн билдәләү тураһындағы тәүге тәҡдим 1992 йылда Рио-де-Жанейрола үткән БДБ-ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған конференцияла тыуа[2][3].