Һимереү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һимереү (лат. adipositas — аңлата: «һимереү» һәм лат. obesitas — аңлата: тулы кәүҙә, йыуанлыҡ, һимеҙлек) — май бөрөү, кәүҙә ауырлығының май туҡымаһы иҫәбенә артыуы. Май туҡымаһы физиологик үҫеү урындарында ла, түш биҙҙәрендә лә, янбашта ла, ҡорһаҡта ла үҫә ала. Әлеге ваҡытта һимереү хроник алмашыныу сире тип йөрөтөлә, төрлө йәштә саҡта май туҡымаһы саманан тыш йыйылыуы сәбәпле халыҡтың тән ауырлығы артыу, дөйөм сир һәм үлем осраҡтары күбәйеү күҙәтелә. Һимереү менән ауырыу цивилизациялы илдәрҙә генетик пулда үҙгәрештәр булмаһа ла, нәҫелдән килгән факторҙарға ҡарамайса, һимереү сире менән сирләүселәр һаны арта бара[1].
Һимереү | |
| |
МКБ-10 |
E66 66. |
---|---|
МКБ-9 |
278278 |
DiseasesDB |
9099 |
MedlinePlus |
003101 |
eMedicine | |
Һимереү Викимилектә | |
Һимереү организмда энергияны үҙләштереү һәм уны сарыф итеү араһындағы дисбаланс арҡаһында килеп сыға. Тән ауырлығын организмда регуляциялау организмдың энергетик системаһын контролләүсе бер береһе менән бәйле системаларҙың үҙ- ара ҡатлаулы тәьҫир итешеүе арҡаһында бара: үҙләштерелгән энергия (калорийҙар) = сарыфланған энергия. Һимереүгә ыңғай энергетик баланс (гиподинамия) һәм еңел үҙләштерелеүсе калорийҙар сығанағы килтерә, артыҡ калорийҙар организмда триглицеридтарҙың май туҡымаһыда йыйылыуына килтерә. Энергетик тигеҙләнеште тотороҡландырыу өсөн организм гормондар кимәлен көйләргә ,энергия исрафлауҙы кәметергә, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙе яҡшыртырға, туҡланыу тәртибен үҙгәртергә (аппетитты әҙәйтергә]), етмәгән энергияны май энергия депоһынан алырға тейеш. Ошо атап кителгән һәр бер өлөш айырым гендар менән көйләнә[1].