Һарун әр-Рәшит
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Йәғәфәр Һарун ибн Мөхәмәт, күбеһенсә Һарун әр-Рәшит исеме аҫтында билдәле (ғәр. هارون الرشيد; февраль 766 йыл, Рей (йәки 17 март 763 йыл) — 24 март 809 йыл, Тус) — ғәрәп хәлифәһе, 786 (14 сентябрҙән) — 809 йылдарҙа Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең хакимы.
Ҡыҫҡа факттар Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге хәлифәһе, Алдан килеүсе: ...
Һарун әр-Рәшит | ||
هارون الرشيد | ||
| ||
---|---|---|
14 сентябрь 786 — 24 март 809 | ||
Алдан килеүсе: | әл-Һаҙый | |
Дауамсы: | әл-Әмин | |
Дине: | ислам | |
Тыуған: | 17 март 763({{padleft:763|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) Рей | |
Үлгән: | 24 март 809({{padleft:809|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (46 йәш) Тус, Хөрәсән | |
Ерләнгән: | «Хәмит ибн Гахтаби» һарайы, Мәшһәд | |
Нәҫел: | Ғәббәсиҙәр | |
Атаһы: | Мөхәмәт ибн Мансур әл-Мәхди | |
Әсәһе: | әл-Хайзуран | |
Супруг: | Зубейда бинт Джафар[d], Maridah bint Shabib[d], Мараджил[d], Q125493865? һәм Q12212588? | |
Балалары: | әл-Әмин әл-Мәһмүн әл-Мөхтәсим | |
Ябырға
Әр-Рәшит («Хаҡлы») ҡушаматы уға тәхет вариҫы итеп тәғәйенләнгәндә атаһы хәлифә Мөхәмәт ибн Мансур әл-Мәхди тарафынан бирелә[1].
Һарун әр-Рәшит хакимлыҡ итеүенең тәүге осоро иҡтисади һәм мәҙәни үҫеш менән билдәләнә. Ауыл хужалығы, кәсептәр, сауҙа һәм мәҙәниәт үҫешә башлай. Ул Бағдадта университет (мәҙрәсә) һәм китапханаға нигеҙ һала. Һарун әр-Рәшит хакимлығы дәүерендә Дейлемдә, Сүриәлә һәм хәлифәлектең башҡа өлкәләрендә ихтилалдар була.