Һарай майҙаны (Штутгарт)
Штутгарт үҙәгендә 1746 һәм 1807 йылдар араһында төҙөлгән Яңы һарай урынлашҡан иң ҙур майҙан. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һарай майҙаны (нем. Schlossplatz) — Штутгарт үҙәгендә 1746 һәм 1807 йылдар араһында төҙөлгән Яңы һарай урынлашҡан иң ҙур майҙан. Төҙөлгән осорҙан алып 1800 йылдар уртаһына тиклем ул хәрби плац сифатында файҙаланылған һәм дөйөм ҡулланыу өсөн асыҡ булмаған[1]. Ул Штутгарттың башҡа ике популяр: көньяҡта Карлсплатц һәм көньяҡ-көнбайышта Шиллерплатц майҙандары менән йәнәш урынлашҡан. Кенигштрассе (король урамы) майҙанды төньяҡтан көньяҡҡа яртышарға бүлгән.
Һарай майҙаны | |
Дәүләт | Германия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Штутгарт[d] |
Һарай майҙаны Викимилектә |
Яңы һарай һәм уның тирә-яғында урынлашҡан территория 1918 йылдан [2].Дәүләт милке булып иҫәпләнә.
Икенсе донъя һуғышы барышында Һарай, союздаш армияларҙың бомбаға тотоуы арҡаһында, ныҡ зыян күргән булған, бина 1958 йылдан алып 1964 йылға, саҡлы тергеҙелгән, интерьеры яңыртып ҡоролған, һәм унда Баден-Вюртемберг[3] хөкүмәте составына ингән мәҙәниәт министрлығы һәм казначейство урынлашҡан.
1960-сы йылдарға тиклем майҙанды яртыға бүлгән Кенигштрассе урамы буйлап автомобилдәр һәм йөк машиналары йөрөгән. Шул ваҡыттан алып штутгарт метроһында, майҙандан һәм Кенигштрассе урамынан хәрәкәтте бушатыу маҡсатында метрополитен станцияһы һәм тоннель төҙөлгән [4].
Һуңғы тапҡыр 1977 йылда, Штутгартта федераль баҡса шоуын ҡуйылышын билдәләгәндә, бөтә майҙан тулыһынса реконструкцияланған. 2006 йылда Донъя чемпионаттары финалын үткәргәндән һуң, газондар һәм түтәлдәр яңыртылған.