Һамам
Төрөк мунсаһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һамам (ғәр. حمّام) — Төркиә, Әзербайжан, Иран, Афғанстан, Урта Азия һәм башҡа шәрҡи илдәрҙәге мунса.
Төркиәнең һәр ауылында һамам бар. Баш ҡалаһы — Анкарала улар йөҙләп. Иң билдәлеһе — Джагалоғлу Хамамы, хужалары әйтеүенсә, унда Англия короле Эдуард, кайзер Вильгельм, Ференц Лист йыуынғаны булған. Истанбулда 5 тарихи хамам һаҡланған, уларҙың береһен атаҡлы архитектор Мимар Синан һалған[1].
Әзербайжанда хан һарайҙарының мунсаһы — һамамдары һаҡланған һәм ҡурсаулыҡ биләмәһенә ингән. Баҡыла бер нисә боронғо һамам бар[2].