Һалым
дәүләт тарафынан физик шәхестәрҙән һәм юридик шәхестәрҙән алынған түләүҙәр / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һалым — мәжбүри, шәхси ҡайтарылмаған түләү, дәүләт органдары тарафынан ойошма һәм физик шәхестәрҙән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙы матди яҡтан тәъмин итеү өсөн йыйыла[1][2][3]. Һалымдың рәсми һәм йәшерен төрө була.
Һалымдан айырмалы рәүештә, йыйым (пошлина) билдәле бер эште эш итеү өсән түләнә.
Һалымды йыйыу һалым ҡануниәте менән ойошторола. Бар һалымдар, уларҙы булдырыу, үҙгәртеү, юҡҡа сығарыу, йыйыу, күҙәтеү нигеҙе, төрө, юлдары дәүләттең һалымдар системаһын тәшкил итә[4].