Үлем
From Wikipedia, the free encyclopedia
Үлем — тормош туҡтау, организм йәшәйеше туҡтау; организмдың тормош эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтатыуы, уның йәшәүенең мотлаҡ булған стадияһы[1]; Йән эйәләренең тереклек итеүҙән туҡтаған хәле; үле хәл[2].
Үлем — йәшәүгә ҡапма-ҡаршы күренеш. Үлемдең тышҡы сифаттары һулыш алыуҙың һәм пульстың туҡталыуында сағыла. Улар үпкәләрҙең һәм йөрәктең эшләмәй башлауы тураһында һөйләйҙәр. Йәшәү менән үлем, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы (антиподтар) булһалар ҙа, улар теүәл сиктәрҙән мәхрүм. Йәшәүҙең тамамланыуы һәм үлемдең килеп етеүе — бер ни ҡәҙәр дауамлы процесс. Әйтәйек, йөрәк менән үпкәләр эшсәнлеге туҡталған, ә мейе һаман үҙенең эшсәнлеген дауам итә был, үлемдең, буҫағала булһа ла, тамам әле килеп етмәгәнлеген күрһәтә. Эш шунда, эшләүҙән туҡтаған йөрәк менән үпкәләрҙе медицина ярҙамында яңынан эшләтә башларға мөмкин. Мейе лә үҙенең эшсәнлеген юғалтҡас ҡына, үлем килгән тип әйтеп була. Йөрәк менән үпкәләрҙең эшсәнлеге туҡтаған, ә мейе эшсәнлеге дауам иткән аралыҡ (5—7 минут) медицинала клиник үлем тип атала. Тимәк, йәшәү менән үлем араһында үҙенсәлекле (йәшәүҙе лә, үлемде лә туплай торған) аралыҡ бар әле.