Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 6 апрелендәге Ҡарарына ярашлы булдырыла. Орден статуты СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 5 майындағы Ҡарарына ярашлы раҫлана.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 6 апрель 1930 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Халыҡтар Дуҫлығы ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» I степени[d] һәм орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР»[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | көмөш |
Һаны | 3 876 742 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары |
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Викимилектә |
Ябырға
Артабан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү мәсьәләләренә СССР-ҙың Ордендар тураһында дөйөм положениеһы (СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙар Советы һәм Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 7 майындағы Ҡарары), СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге, 1946 йылдың 26 февралендәге, 1947 йылдың 15 октябрендәге һәм 1947 йылдың 16 декабрендәге Указдары менән үҙгәрештәр һәм аныҡлауҙар индерелә. СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1980 йылдың 28 мартындағы Указы менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены статуты яңы редакцияла раҫлана.