Ҡытай яҙыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытай яҙыуы (ҡыт. трад. 漢字, яб. 汉字, пиньинь: hànzì, палл.: ханьцзы; вьетн. Chữ Hán, тьы-хан) — Ҡытай территорияһында барлыҡҡа килгән һәм мең йыллыҡ тарихы булған иероглифик йәки идеографик яҙыу системаһы. Һәр хәрефе телдәге фонемаларҙы ғына аңлатҡан алфавитҡа нигеҙләнгән яҙыуҙан айырмалы бында һәр билдәгә фонетикаға өҫтәлмә тағы ла ниндәйҙер мәғәнә һалынған. Бындай билдәләр бик күп, уларҙың һаны унар меңләп иҫәпләнә. Ҡытай яҙмаһының ике төп төрө бар — иҫке (вэньянь) һәм хәҙерге (байхуа).
Ҡытай яҙыуы | |
Яҙыу тибы |
идеографик |
---|---|
Телдәр |
ҡытай һәм япон телдәре, шулай уҡ элегерәк вьетнам һәм корей телдәре |
Таралған территория |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Ҡытай Республикаһы, Япония, Сингапур, Малайзия |
Тарихы | |
Барлыҡҡа килән урыны | |
Барлыҡҡа килгән ваҡыты |
б.э.т. яҡынса 2000 йылда |
Осор |
б.э.т. 2000 йыл — хәҙерге заман |
Иң боронғо документ |
цзягувэнь |
Туғандаш телдәр |
Корей (хангыль), япон |
Үҙенсәлектәре | |
Яҙыу йүнәлеше |
һулдан уңға, элек — өҫтән аҫҡа, уңдан һулға |
Билдәләр һаны |
Яҡынса 60 мең |
Юникод диапазоны |
U+4E00…U+9FA5, U+20000…U+2A6D6 и др. |
Ҡытай яҙыуы Викимилектә | |
Ҡытай тамғалары шулай уҡ япон һәм корей яҙыуында ҡулланыла (уларҙа кандзи һәм ханча исемдәре менән йөрөй). 1945 йылға тиклем ҡытай яҙыуын («хан ты» йәки «тьы-хан», вьетн. Chữ Hán) вьетнам теле яҙыуында файҙаланылған.
Халыҡ-ара аңлатмаларҙа ҡытай теленә нигеҙләнгән яҙыуҙар CJK (ингл. Chinese, Japanese, Korean) йәғни CJKV (өҫтәлмә ингл. Vietnamese менән) тип атала.
Башлыса санскриттан тәржемә ителгән текстар менән бергә шулай уҡ ҡытай буддистарының үҙенсәлекле әҫәрҙәре тупланған буддизм ҡанундары йыйылмаһының береһе (ҡытай типитакаһы) ҡытай иероглифтары менән яҙылған.