Ҡытай тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡытай цивилизацияһы (мәҙәниәте) — донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Ҡытай ғалимдары раҫлауынса, уның йәше биш мең йыл булыуы мөмкин, шул уҡ ваҡытта билдәле булған яҙма сығанаҡтар 3500 йылдан да кәм булмаған осорҙо һүрәтләй. Бер-береһен алмаштырып килгән династияларҙың һәр ҡайһыһы тағы ла яҡшыртып камиллаштырған идара итеү системаһы, Хуанхэ һәм Янцзы йылғалары бассейнындағы оло майҙанлы ауыл хужалығы тәғәйенләшендәге ер биләмәләрен сағыштырмаса иртә үҙләштереү күршеләге күскенсе һәм тау халыҡтары менән сағыштырғанда Ҡытай дәүләте өсөн күп өҫтөнлөктәр тыуҙырған. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта конфуцианлыҡты дәүләт идеологияһы итеп ҡабул итеү һәм яҙыуҙың берҙәм системаһын индереү ҡытай мәҙәниәтен тағы ла нығыта.
Ҡытай тарихы | |||
Тарихҡа тиклемге Ҡытай | |||
Өс хаким һәм биш император | |||
Ся династияһы | |||
Шан династияһы | |||
Чжоу | Көнбайыш Чжоу | ||
Көнсығыш Чжоу | Яҙҙар һәм Көҙҙәр | ||
Һуғышыусы батшалыҡтар | |||
Цинь династияһы | |||
Чу династияһы — болалы ваҡыт | |||
Хань | Көнбайыш Хань | ||
Синь: Ван Ман | |||
Көнсығыш Хань | |||
Өс батшалыҡ дәүере: | Вэй, Шу, У | ||
Көнбайыш Цзинь | |||
Ун алты вәхши дәүләт | Көнсығыш Цзинь | ||
Көньяҡ һәм төньяҡ династиялар | |||
Суй династияһы | |||
Тан династияһы | |||
Ляо |
Биш династия һәм ун батшалыҡ дәүере | ||
Сун |
Төньяҡ Сун | ||
Көнбайыш Ся |
Көньяҡ Сун | ||
Бэйян хөкүмәте | |||
Ҡытай тарихын объектив күҙаллау өсөн белгестәр, традицион Хань тарихнамәһенә нигеҙләнеп, уны түбәндеге осорҙарға бүлеп йөрөтә:
- Тарихҡа тиклемге Ҡытай (Ся, Шан, Чжоу — б. э. т. 221 йылғаса)
- Империялар Ҡытайы (Цинь — Цин)
- Яңы Ҡытай (1911 йылдан бөгөнгәсә)
Мәғлүмәттәре аҙыраҡ беренсе осор ваҡыт йәһәтенән икенсе осор менән яҡынса бер тигеҙ; икенсе осор үҙ сиратында «Тәүге» (Тан дәүеренең аҙағынаса) һәм «Һуңғы» (Цин дәүеренең аҙағынаса) өлөштәргә бүлеп тә йөрөтөлә.
Бында традицион ҡытай тарихнамәһенең күрше йәшәгән халыҡтарҙың (монголдар, манжурҙар) үҙаллы дәүләттәрен дә Ҡытайға индереүен һәм, уларҙың айырым тарихтарын иҫәпкә алмай, дөйөм ҡытай тарихы эсендә ҡарауын иҫәпкә алырға кәрәк.