Ҡытай баҡсаһы — өс мең йыл буйы формалашҡан баҡса-парк сәнғәте стиле. Был төшөнсә бер үк ваҡытта үҙенең ҙурлығы менән таң ҡалдырырлыҡ император ғаиләһе баҡсаһын һәм ғалимдарҙың, шағирҙарҙың, чиновник, һалдат һәм сауҙагәрҙәрҙең яңғыҙлыҡта уйланып ултырыу өсөн тәғәйенләнгән ыҡсым ғына баҡсаларын да берләштерә. Улар кеше менән тәбиғәт араһында булырға тейеш гармонияға ишаралаған идеаллаштырылған бәләкәй генә ландшафтты сағылдыра.
Ҡыҫҡа факттар Ҡытай баҡсаһы Шанхайҙа Юй Юань баҡсаһы (1559 йылда төҙөлгән) Рәсемдә ҡытай баҡсаһында булған быуа, ҡоролмалар, үҫемлектәр, таштар күрһәтергән., Транслитерация ...
Ҡытай баҡсаһы
|
Шанхайҙа Юй Юань баҡсаһы (1559 йылда төҙөлгән) Рәсемдә ҡытай баҡсаһында булған быуа, ҡоролмалар, үҫемлектәр, таштар күрһәтергән. |
|
Ғәҙәти ҡытай теле: |
中國園林 |
Ябайлаштырылған ҡытай теле: |
中国园林 |
Транслитерация |
Путунхуа |
- пиньинь: |
Zhōngguó yuánlín |
|
Ҡытай баҡсаһы |
ғәҙәти: |
中國古典園林 |
ябайлаштырылған: |
中国古典园林 |
Тәржемә |
путунхуа |
- пиньинь: |
Zhōngguó gǔdiǎn yuánlín |
|
Ябырға
Ғәҙәттәге ҡытай баҡсаһы стена менән уратып алына. Унда бер нисә быуа була, тегендә-бында таштар өйөлөп ҡуйыла, төрлө ағастар һәм сәскәләр ултыртыла. Тәбиғи мөмкинлектәрҙе ҡулланып, үҙенсәлекле итеп йыһазландырылыған залдар һәм коридорҙар борма-борма һуҡмаҡтар менән үҙ-ара тоташа. Улар буйлап бер урындан икенсеһенә күсеп, баҡсаға килеүселәр зауыҡ менән биҙәлгән һәм ысынлап та һоҡланырлыҡ кескәй генә тәбиғәт мөйөштәрен бер-бер артлы күҙҙән үткәрә.