Ҡолға менән һикереү
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡолға менән һикереү — еңел атлетика программаһында вертикаль һикереүҙең техник төрөнә ҡараған дисциплина. Был һикереүҙе башҡарғанда, спортсыға, ҡолға ярҙамында планка аша (уны төшөрөп ебәрмәй генә) үтергә кәрәк. Ҡолға менән һикереүҙең олимпия спорт төрөнә ир-егеттәр араһында — 1896 йылдағы Беренсе йәйге олимпиадала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2000 йылда Сидней Олимпия уйындарында индерелә. Еңел атлетика күп алышы составына инә.
Ҡолға менән һикереү дүрт төп һикереүҙең (оҙонлоҡҡа һикереү, өсләтеп һикереү, бейеклеккә һикереүҙән тыш) берәүһе булып тора. Шулай уҡ ҡолға менән һикереү техник дисциплиналарҙың иң күп ҡырлылары иҫәбендә. Бары тик бында ғына (башҡа бөтә ырғытыу дисциплиналарынан тыш) алдына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, ярҙамсы предметтар кәрәк. Ҡолға менән һикереүселәр гимнастик яҡтан яҡшы әҙерлекле булырға, хатта, гимнастика мәктәптәрендә лә уҡыу мөмкинлеге алырға тейеш (донъя рекорды ҡуйған Елена Иҫәнбаева, Брайан Штернберг кеүек спортсылар тап шундай юл үткән).