Ҡаялы тауҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаялы тауҙар (ингл. Rocky Mountains) — Төньяҡ Америкалағы Кордильер тауҙары системаһының төп тау һырты. Ул АҠШ меннән Канаданың көнбайышында 60 һәм 32° төньяҡ киңлектәр арауығында урынлашҡан.
Ҡаялы тауҙар | |
---|---|
ингл. Rocky Mountains | |
Характеристики | |
Майҙаны | 991 691 км² |
Оҙонлоғо | 2750 км |
Киңлеге | 1765 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Элберт |
Абсолют бейеклеге | 4399[1] м |
Урынлашыуы | |
42°23′ с. ш. 115°56′ з. д._type:landmark HGЯO | |
Тау системаһы | Кордильер |
Ҡаялы тауҙар Викимилектә |
Ҡаялы тауҙар Британ Колумбияһы провинцияһының (Канада) иң төньяҡ нөктәһенән АҠШ-тың көньяҡ-көнбайышындағы Нью-Мексико штатына тиклем төньяҡтан көньяҡҡа табан 4830 километрға һуҙыла. Тауҙарҙың киңлеге 700 километрға етә. Ҡаялы тауҙар — Тымыҡ һәм Атлантик океан бассейндары араһындағы тәбиғи һыу айырғыс. Ҡаялы тауҙарҙан Миссури, Колорадо, Риу-Гранде, Снейк, Арканзас һәм башҡа бик күп йылғалар ағып сыға. Ҡаялы тауҙар 80—55 миллион йыл элек Ламарий орогенез дәүерендә барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып тау һыртында һыу һәм боҙлоҡтар тәьҫирендә һоҡланғыс үҙәндәр һәм түбәләр барлыҡҡа килә. Һуңғы боҙлоҡ дәүере тамамланғас, ҡаялы тауҙар биләмәһендә кешеләр йәшәй башлаған. Бер нисә экспедициянан һуң, мәҫәлән, Александр Маккензи походынан йәки Льюис һәм Кларк экспедицияларынан һуң Ҡаялы тауҙар үҫешә башлай; тауҙарҙың иҡтисади үҫешенә файҙалы ҡаҙылмалар һәм тире етештереү сәбәпсе була, шуға ҡарамаҫтан, тауҙа халыҡ аҙ йәшәгән урын булып ҡала. Хәҙерге ваҡытта Ҡаялы тауҙар территорияһының күп өлөшө милли парктар һәм урман ерҙәре менән һаҡлана. Ҡаялы тауҙар туристар өсөн популяр урын булып тора, бигерәк тә йәйәү йөрөү, альпинистар, балыҡ тотоу, һунар итеү, саңғыла шыуыу, сноуборд һәм башҡалар өсөн.