Ҙур совет энциклопедияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур сове́т энциклопе́дияһы (сығанаҡ белешмәләрҙә — Ҙур Совет Энциклопедияһы; рус. Большая советская энциклопедия, ҡыҫҡартмаһы БСЭ) — иң билдәле һәм тулы совет универсаль энциклопедияһы. 1926 йылдан (беренсе сығарылыштың беренсе томы) 1990 йылға тиклем (һуңғы йыллыҡ том) «Советская энциклопедия» нәшриәте (хәҙер — «Большая Российская энциклопедия» нәшриәте) тарафынан сығарыла.
Ҡыҫҡа факттар Атамаһы, Төп тема ...
Ҙур совет энциклопедияһы | |
Атамаһы | Большая советская энциклопедия |
---|---|
Төп тема | общие знания[d] |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Ҙур Рәсәй энциклопедияһы |
Жанр | энциклопедия |
Баҫма йәки тәржемә | Большая советская энциклопедия, 1926—1947[d], Большая советская энциклопедия, 1950—1958[d], Ҙур Совет энциклопедияһы (1969 - 1978)[d] һәм Great Soviet Encyclopedia, ed. Greek[d] |
Мөхәррир | Шмидт Отто Юльевич, Сергей Иванович Вавилов[d], Введенский, Борис Алексеевич[d] һәм Прохоров Александр Михайлович |
Нәшер итеүсе | Большая российская энциклопедия[d] |
Нәшер ителеү урыны | Мәскәү |
Ил | СССР |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1926 |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм защищено авторским правом[d] |
Ҙур совет энциклопедияһы Викимилектә |
Ябырға
Өс сығарылышы була:
- беренсе сығарылыш (1926—1947) 65 томдан һәм «СССР» тигән номерһыҙ өҫтәмә томдан тора;
- икенсе сығарылыш (1949—1958) 49 томдан, «СССР» тигән 50-се томдан, өҫтәлгән 51-се томдан һәм номерһыҙ «Алфавит күрһәткесе» тигән ике китаплы томдан тора (1960);
- өсөнсө сығарылышта (1969—1978) 30 том (24-се том ике китаптан тора: икенсе өҫтәмә китап — «СССР») һәм номерһыҙ «Алфавит буйынса исемле күрһәткес» тигән өҫтәмә томдан тора (1981).