Ғәмәл Әбдел Насыр
Мысырҙың икенсе президенты (1956-1970) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәмәл Әбдел Насыр Хөсәйен (ғәр. جَمَالُ عَبْدُ ٱلنَّاصِرِ حُسَيْنُ; 15 ғинуар 1918(19180115) — 28 сентябрь 1970) — Мысыр революционеры, хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Мысырҙың икенсе президенты (1956—1970). 1952 йылда король Фаруҡты тәхетенән бәреп төшөрә, шул уҡ йылда ер реформаһын үткәрә башлай. 1954 йылда Мосолман туғандар (Братья мусульман) ойошмаһы ағзаһының уны үлтерергә маташыуынан һуң ойошманы ҡыйрата һәм президент Мөхәммәт Нәғибте өйҙә һаҡ аҫтына алғандан һуң ил башлығы вазифаһын үтәй. 1956 йылда референдумдан һуң президент посын рәсми рәүештә биләй.
1956 йылда Суэц каналын национализациялау Суэц кризисына килтерә, каналдың Мысырҙа һәм ғәрәп донъяһында популярлығын һиҙелерлек арттыра. Панғәрәбизм идеологияһына таянып, 1958—1961 йылдарҙа Мысыр һәм Сүриә ингән Берләшкән Ғәрәп Республикаһын етәкләй. 1962 йылда киң социалистик реформаларҙы һәм илде модернизациялауҙы тормошҡа ашыра башлай. Халыҡ-ара аренала панғәрәбизм тәғлимәте еңелә барыуға ҡарамаҫтан, 1963 йылда бер нисә ғәрәп илендә Насыр яҡлылар власҡа килә, ә ул үҙе Төньяҡ Йәмендәге граждандар һуғышына ҡушылып китә.
1965 йылддың мартында алтернативаһыҙ нигеҙҙә һайлауҙарҙа дәүләт башлығы вазифаһына һайлана. Мысыр Израиль менән алты көнлөк һуғышта еңелгәндән һуң отставкаға бирә, әммә уны хуплап күп һанлы кеше ҡатнашлығында үткән демонстарцияларҙан йоғонтоһында был ҡарарынан баш тарта. 1968 йылда премьер-министр посын биләй. тартып алынған ерҙәрен кире ҡайтарыу өсөн 1967 йылда Израилгә ҡаршы оҙайлы һуғыш аса, ҡораллы көстәрҙе сәйәсәттән ситләштереү һәм либераль сәйәси реформалар индереү процесын башлай.
1970 йылда йөрәк өйәнәгенән вафат була. Был хәл бөтә ғәрәп илдәрен ҡайғыға һала, Ҡаһирәлә Мысыр президентын ерләүҙә 5 миллион тирәһе кеше ҡатнаша.
Ғәрәп донъяһында Насыр ололап хөрмәт ителгән шәхес булып ҡала. Уны социаль ғәҙеллеккә һәм ғәрәптәрҙең берҙәмлегенә, модернизациялау сәйәсәтенә һәм империализмға ҡаршы ынтылышы өсөн хөрмәт ителәр. Мысырҙың икенсе президенты идара иткән осорҙа мәҙәниәт һәм индустриялаштырыу бара: Асуан плотинаһы һәм Хелуан сәнәғәт ҡалаһы төҙөлә.
Насырҙы авторитаризм, популизм, кеше хоҡуҡтарын боҙоуы һәм илдә граждандар йәмғиәтен төҙөй алмауы өсөн тәнҡитләйҙәр.