Яңы империализм
«Яңы империализм» - XIX—XX быуат башында ҙур европа державаларының, шулай уҡ АҠШ һәм Японияның колониаль экспансия осорон ,улар араһында бил / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тарихи контекста «Яңы империализм» термины XIX—XX быуат башында ҙур европа державаларының, шулай уҡ АҠШ һәм Японияның колониаль экспансия осорон[1] улар араһында диңгеҙ аръяғы биләмәләре өсөн ғүмергә булмаған конкуренция осорон аңлатҡан. Яңы империализм осоронда көнбайыш дәүләттәр (Япония менән) бөтә Африканы тулыһынса тиерлек һәм Азияның байтаҡ өлөшөн юуйһондорған. Яңы империализмды донъя баҙарҙары һәм арзан ресурстар өсөн көрәштә бөйөк державалар араһындағы киҫкен ярыштың артабанғы үҫеше һәм милли элиталарҙың донъя хакимлығына ынтылышы тип билдәләйҙәр. Ошо осорҙа нигеҙ һалынған колонияларҙың күбеһе деколонизация дәүерендә генә бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә була, ул ике бөтә донъя һуғышы, шул иҫәптән Яңы империализм осоро эҙемтәһе булараҡ та, үҙенсәлекле һөҙөмтә булып тора. «Яңы» тигән билдәләмә феодаль колониаль империяларҙың һәм «колонизацияның тәүге тулҡыны» ваҡытының үҫеүенә бәйле үткән дәүерҙән — XIX—XX быуат башы капиталистик империализм дәүерен айырыу өсөн ҡулланыла. Был дәүерҙә Европа державалары Америка һәм Себерҙе үҙләштерә башлаған һәм Азия, Себерҙә ныҡлы форпостар булдырған[1][2].