Яңы Зеландия тарихы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Зеландия тарихы, төрлө сығанаҡтар буйынса яҡынса 700 йыл элек башланған. Нидерланд диңгеҙсеһе Абель Тасман европалылар араһынан тәүгеләрҙән Яңы Зеландия территорияһында булған. Капитан Джеймс Кук 1769 йылдың октябрендә Яңы Зеландияға килгән һәм уны уратып йөрөп картаға төшөргән. XVIII быуат аҙағынан илгә даими рәүештә тикшеренеүселәр, диңгеҙселәр, миссонерҙар, сауҙагәрҙәр һәм авантюристар килгән. 1840 йылда Бөйөк Британия һәм маориҙар араһында Вайтанги килешеүе төҙөлгән, уға ярашлы һуңғыларға британдарға кеүек гражданлыҡ хоҡуҡтары бирелгән. Артабанғы быуаттарҙа Яңы Зеландияны колониялаштырыу дауам итә. Аҙаҡ Европа иҡтисади һәм хоҡуҡи системаларын индереү аҫаба халыҡтың (маориҙарҙың) ярлыланыуына һәм властың пакехаларға (европалыларға) күсеүенә килтерә.
1890-сы йылдарҙан Яңы Зеландия парламенты бер нисә прогрессив инициативалар, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы һәм пенсия тураһында, ҡабул иткән. Ил Британ империяһының әүҙем ағзаһы булып ҡалған, Яңы Зеландиянан 110 мең кеше Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң Яңы Зеландия Версаль килешеүенә ҡул ҡуйған һәм Милләттәр Лигаһына ингән. Ил бойондороҡһоҙ тышҡы сәйәсәт алып барған, шул уҡ ваҡытта уның оборонаһы элеккесә Бөйөк Британия тарафынан контролдә тотолған.
1973 йылда глобаль энергетик көрсөк арҡаһында илдең иҡтисады ныҡ зыян күргән. Бынан тыш Яңы Зеландия тауарҙарын һатыуҙың иң ҙур баҙары Бөйөк Британия юғалған, сөнки ул Европа иҡтисади йәмәғиәт ағзаһы булып киткән. 1985 йылда Яңы Зеландия рәсми рәүештә ядроһыҙ ил булып киткән һәм үҙ территориаль һыуҙарына ядро ҡораллы һәм ядро энергетик ҡорамаллы караптарҙы индереүҙе тыйған. 1987 йылда инглиз теле менән бер рәттән маори теле рәсми тел итеп танылған.