Яғыулыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яғыулыҡ - һүҙҙе киң мәғәнәлә алғанда — билдәле бер процестар ваҡытында энергия бүлеп сығарырға һәләтле матдә, уны техник маҡсаттарҙа файҙаланырға мөмкин. Химик яғыулыҡ янғанда - экзотермик химик реакциялар барышында, ядро яғыулығы ядро реакциялары барышында энергия бүлеп сығара . Ҡайһы бер яғыулыҡтар (мәҫәлән, гомоген дары һәм ҡаты ракета яғыулығы) кислородһыҙ ҙа яна ала.Әммә күпселек яғыулыҡҡа яныу өсөн кислород кәрәк.
Иң киң таралаған органик яғыулыҡтар составында углерод һәм водород бар. Агрегат торошона ҡарап яғыулыҡ ҡаты, газ һәм шыйыҡ төрҙәргә бүленә, ә етештереү ысулы буйынса тәбиғи (күмер, нефть, газ) һәм яһалма яғыулыҡтар була. Хәҙерге йәмғиәттең төп яғыулыҡ сығанағы тәбиғи ҡаҙылмаларҙан алына. 2010 йылда кешелек етештергән энергияның яҡынса 90 % ҡаҙылма яғыулыҡтан йәки биояғыулыҡтан торған һәм артабан да кәмемәйәсәк[1][2]. Хәҙерге цивилизацияла шуның менән бәйле глобаль проблемалар барлыҡҡа килә: ресурстарҙың тулыланмауы, тирә-яҡ мөхит бысраныу һәм глобаль йылыныу.