Япраҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Япраҡ (күпл. япраҡтар; лат. folium, грек. φύλλον) — ботаникала төп функцияһы фотосинтез, газ алмашыу һәм транспирация булған тышҡы органдар. Был маҡсатҡа, ҡағиҙә булараҡ, япраҡтарҙың табаҡлы (пластинкалы) структураһы хеҙмәт итә, ул күҙәнәктәргә ҡояш нурҙарынан хлорофилл тупларға мөмкинлек бирә. Япраҡ шулай уҡ үҫемлектәрҙең һулыш, дым бүленеү һәм гуттация (һыу бөрсөктәре - ысыҡ сығарыу) органы булып тора. Япраҡ үҙендә һыу һәм туҡлыҡлы матдәләр һаҡлай ала, ә ҡайһы бер үҫемлектәрҙә башҡа функциялар ҙа үтәй [2].