Ян (йәйә)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ян, йәйә (рус. Лук) — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан боронғо атыу ҡоралы [1][2] Уҡты атыу өсөн кереш тартыла, йәғни шул юл менән кинетик энергия барлыҡҡа килә һәм тартылған уҡты ысҡындырғанда ул ҙур тиҙлек менән осоп китә.
Осоу тиҙлеге яндың конструкцияһына, керештең тартылыу көсөнә һәм һауа торошона ла бәйле; уртаса 250 метрға тиклем тәшкил итә [3]
Уҡсылар үҙе менән һаҡлыҡҡа һәр саҡ бер йәки ике кереш, йәнә төрлө һауа шарттарына яраштырылған кереш йөрөткән. Ебәк кереш иң яҡшыһы булған, әтик ул бик ҡиммәткә төшкән. Ат ялынан үрелгән кереш һалҡын ваҡытта яҡшы булған, әммә тиренән йәки һеңерҙән яһалған керештән айырмалы, дымды үҙенә тиҙ һеңдергән һәм һуҙылған. Шуның өсөн дә ҡайһы бер керештәрҙе махсус рәүештә балауыҙға, майға манып алғандар.