Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр
ябай төҙөлөшлө ылымыҡтарҙан айырмалы туҡымаларҙың дифференциацияһы хас булған йәшел үҫемлектәрҙең төркөмө. / From Wikipedia, the free encyclopedia
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр, йәки ҡоро ер үҫемлектәре, йәки эмбриофи́ттар (лат. Embryophyta , ҡайһы берҙә Plantae sensu strictissimo тигән латинса атамаһы ҡулланыла) —ябай төҙөлөшлө ылымыҡтарҙан айырмалы туҡымаларҙың дифференциацияһы хас булған йәшел үҫемлектәрҙең төркөмө.
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр | ||||
Псилот (Psilotum) | ||||
Фәнни классификация | ||||
---|---|---|---|---|
Халыҡ-ара фәнни исеме | ||||
Embryophyta Engler, 1886, | ||||
Бүлектәр | ||||
| ||||
|
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәргә мүк һымаҡтар һәм көпшәле үҫемлектәр (ҡаҙыяҡ һымаҡтар, көкөрт үләндәре һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм ябыҡ орлоҡлолар) ҡарай.
Үҫемлектәрҙе классификациялауҙың ҡайһы бер системаларында юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр төркөмөн аҫбатшалыҡ һәм өҫбүлек араһындағы таксон рангыһы итеп ҡарайҙар.
Юғары төҙөлөшлө үҫемлектәр эволюцияһы ҡоро ер өҫтөнә сығыу һәм ҡоро ер мөхитен (ниши) үҙләштереү менән тығыҙ бәйләнгән (был процесс яҡынса 540 млн йыл элек башланған).[1][2].[3] Махсуслашҡан туҡымаларҙың үҫеше үҫемлектәрҙең ҡоро ерҙә үҫә алыуы өсөн мөһим шарт булып тора.
Һауа мөхитендә тереклек итеү өсөн үҫемлектәргә кәмендә кибеүҙән һаҡлаусы, шулай уҡ мөхит менән һауа һәм йылылыҡ алмашыныуын тәьмин итеүсе ауыҙса еге булған эпидермис, минераль һәм органик матдәләр алмашыныуы өсөн үткәреүсе туҡыма кәрәк. Үҫемлектәрҙең ҡоро ерҙе үҙләштереү һөҙөмтәһе булып организмының тамыр, һабаҡ һәм япраҡҡа бүленеүе тора..
Ер өҫтө мөхите шарттарының төрлөлөгө үҫемлектәрҙең йәшәү формаларына ғәҙәттән тыш бай булыуына килтерә.
Ләкин тышҡы төҙөлөштәренең төрлөлөгөнә ҡарамай, бөтә юғары төҙөлөшлө үҫемлектәргә енси процестың бер тибы (оогамия) хас.
Шулай уҡ, уларҙа «быуындар алмашыныуының», йәки ядро фазалары алмашыныуҙың бер типтағы ике варианты (гаметофит йәки спорофит стадияһы өҫтөнлөк иткән гетероморф циклдары) күҙәтелә.
Ике осраҡта ла гаметофит һәм спорофит "быуын"дар бер-береһенән морфологик, биологик һәм цитологик яҡтан да айырыла. Мүктәрҙән башҡа барлыҡ юғары төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең үҫеш циклында спорофит быуыны өҫтөнлөк итә.