Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы
урындағы власть органы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы (Петроград советы, Петросовет) — Февраль революцияһының тәүге көндәрендә Петроградта үҙ белдеге менән булдырылған һәм Петроградта ғына түгел, ә бөтә Рәсәй буйынса коллегиаль һайлаулы власть органы[1]. Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының I Бөтә Рәсәй съезы саҡырылышына тиклем (1917 йылдың 3 (16) июнендә — 24 июнендә (7 июлендә)) Петросовет Бөтә Рәсәй революцион демократияһы үҙәге, эшселәр милицияһы һәм Петроград хәрби округының запастағы полктары ҡоарллы көстәренә таянған пролетариат һәм крәҫтиәндәр революцион-демократик диктатураһы органы булып тора. Петроград советының туранан-тура алдан килеүсеһе — Үҙәк хәрби-сәнәғәт комитетының Эшсе төркөмө (ЦВПК), уны, 1905 йылда уҡ, беренсе урыҫ революция көндәрендә, Петербург эшсе депутаттары советы ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, меньшевиктар 1915 йылдың ноябрендә ойоштора.
Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы | |
Нигеҙләү датаһы | 1917 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1924 |
Член наблюдательного совета | Семён Лазаревич Вайнштейн[d] |
Эшсе һәм һалдат депутаттарының Петроград Советы Викимилектә |