Эмпайр-стейт-билдинг
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эмпайр-стейт-билдинг[3][4] (англ. Empire State Building) — Нью-Йорк ҡалаһының Манхэттен утрауындағы 103 ҡатлы йорт. Офис бинаһы. 1931 йылдан 1970 йылға тиклем, Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең Төньяҡ башняһы асылғансы, донъяның иң бейек бинаһы иҫәпләнә. 2001 йылда Бөтөн донъя сауҙа үҙәгенең башнялары ҡолағас, 2012 йылға тиклем тағы ла Нью-Йорктың иң бейек йорто булып ҡала. 2012 йылда 1-се Бөтөн донъя сауҙа үҙәге бейеклеге буйынса уны уҙып китә. Бинаның архитектураһы ар-деко стиленә ҡарай.
Нью-Йорктағы үтә бейек йорт | |
Эмпайр-стейт-билдинг | |
---|---|
ингл. Empire State Building | |
Координаты: пропущена долгота | |
Период строительства | 1929—1931 |
NRHP исемлегендә | 17 ноябрь 1982 |
NHL статусы | 24 июнь 1986 |
NYCL статусы | 19 май 1981 |
Стиль | ар-деко |
Материалдар | ҡорос, алюминий, гранит, бетон, эзбизташ |
Бейеклеге | 443,2 м |
Ҡыйыҡҡа тиклем бейеклеге | 381 м |
Өҫкө этаж бейеклеге | 373,1 м |
Күҙәтеү майҙансығы бейеклеге | 373,1 м |
Киңлеге | 140 м |
Биналар майҙаны | 208 879 м² |
Лифттар иҫәбе | 73 |
Ҡаттар иҫәбе | 103[1] |
Финанс характеристикаһы | |
Хаҡы | 41 млн $ (629 млн $ в 2014 году) |
Проектлыусы | Shreve, Lamb and Harmon |
Милексе | W&H Properties |
Девелопер | Starrett Brothers and Eken |
Урынлашыуы | |
Адрес | Манхэттен, Бишенсе авеню, 350 |
Метро | 34-се урам – Геральд-сквер (Нью-Йоркск метроһы) |
Почта индексы | 10118[2] |
Emporis | 114095 |
SkyscraperPage | 23 |
Сайт | esbnyc.com |
Эмпайр-стейт-билдинг Викимилектә |
1986 йылда Эмпайр-стейт-билдинг АҠШ-ның милли тарихи һәйкәлдәре исемлегенә ингән[5][6][7]. 2007 йылда Америка архитекторҙары институты һайлауы буйынса, беренсе һанлы бина иң яҡшы Америка архитектура сиселеше исемлегенә индерелә[8] Владельцем и управляющим зданием является компания W&H Properties.[9]. Бинаның хужаһы һәм идарасыһы булып W&H Properties компанияһы тора[10]. Башня Бишенсе авенюла, Көнсығыш 33-сө һәм 34-се урамдары араһында урынлашҡан.
Эмпайр-стейт-билдинг хәҙерге мәлдә бейеклеге буйынса Ҡушма Штаттарҙа дүртенсе урында, ул Нью-Йорктағы Иреклек Башняһы, Чикаголағы Уиллис-тауэр, Халыҡ-ара отель һәм Трамп башняһынан ғына ҡалыша. Донъяла бейеклеге буйынса 22-се урында. Бинаны әлеге мәлдә 550 млн долларға реконструкциялайҙар, 120 млн доллар бинаны энергияны аҙ ҡулланыусы экологик структураға әйләндереүгә тотонола.
Оҙонлоғо 30 метр, бейеклеге 3 ҡат холл мәрмәр менән ҡапланған һәм донъяның 7 мөғжизәһен һәм 8-сеһен — Эмпайр-Стейт-Билдингтың үҙен һүрәтләгән 8 панно менән биҙәлгән. «Гиннестар рекорды» залында ҡыҙыҡлы рекордтар коллекцияһы тупланған. Лифтта 86-сы, шулай уҡ 102-се ҡаттағы күҙәтеү майҙансығына күтәрелергә була.