Эминем
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́ршалл Брюс Мэ́терс III (ингл. Marshall Bruce Mathers III; 17 октябрь 1972 йыл, Сент-Джозеф, Миссури, АҠШ) — америка рэперы, музыка продюсеры, композитор һәм актёр. Йыр карьераһынан тыш Маршалл шулай уҡ D12 төркөмөндә һәм Bad Meets Evil хип-хоп дуэтында тора. Эминем донъяла иң күп һатылыусы музыкаль артистарҙың береһе, шулай уҡ 2000 йылдарҙа иң күп һатылыусы артист[10]. Күп журналдар уны бөтә ваҡыттарҙың иң бөйөк музыканты тип иҫәпләй, Rolling Stone журналы Эминемды 100 иң бөйөк артистарҙың исемлегендә 83-урынға ҡуя[11]. Был журнал уны хип-хоп Короле тип иғлан итә[12]. Әгәр уның студия эштәрен дә иҫәпкә алһаң, Эминемдың 12 альбомы ла бар, улар Billboard 200-дә беренсе юлда тора[13]. Яңғыҙ башҡарыусы булараҡ, Эминем бөтә донъяла 100 миллиондан ашыу альбомын, 107 миллион үҙенең яҙмаһын, һәм Америкала үҙенең альбомдарының 44 миллиондан ашыу ғына күсермәһен һата[14][15][16].
Үҙенең беренсе Infinite альбомын 1996 йылда сығарғандан һуң, Эминем 1999 йылда мейджор-лейблда релизы менән The Slim Shady LP альбомын сығарып популяр булып китә. Был лонгплей Эминемға иң яҡшы рэп-альбом өсөн тәүге Грэмми бүләген алып килә. Артабанғы ике пластинкаһы, The Marshall Mathers LP һәм The Eminem Show, шулай уҡ шул уҡ категорияла Грэммила еңеүгә лайыҡ була, Эминем иң яҡшы рэп-альбом өсөн өс тапҡыр рәттән яулаусы беренсе артист була. Артабан 2004 йылда Encore килә һәм уның менән гастролдәргә сығыу башлана, бынан һуң Эминем наркотиктар ҡулланыуы арҡаһында пауза ала[17]. 2009 йылдың 15 майында биш йыл тигәндә ул үҙенең Relapse тип аталған беренсе альбомын сығара. 2010 йылда Recovery етенсе студиялы альбомының релизы үтә, ул шулай уҡ бөтә донъя уңышын ҡаҙана һәм 2002 йылдағы The Eminem Show альбом кеүек үк, йылдың иң күп һатылыусы альбомдар исемлегенә инә. Эминем ике — Relapse һәм Recovery пластинкаһы өсөн дә Грэмми ала. 2013 йылдың 5 ноябрендә шулай уҡ Грэмми премияһына лайыҡ булған үҙенең студиялы The Marshall Mathers LP 2 альбомын сығара, был уның карьераһының дөйөм иҫәбендә 15-се награданы тәшкил итә. 2014 йылдың 24 ноябрендә ShadyXV — Америка лейблының Shady Records икенсе компиляцияһы сыға. 2017 йылдың 15 декабрендә Эминем Revival, альбомын, а ярты йылдан һуң Kamikaze альбомын сығара. Эминем төрлө эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: уның үҙ тауыш яҙҙырыусы лейблы бар, уның менән менеджеры Пол Розенберг менән берлектә идара итә, шулай уҡ үҙ Shade 45 на Sirius XM Radio радиостанцияһы бар. 2002 йылда Эминем яртылаш автобиографик «Һигеҙенсе миль» хип-хоп драмаһында төшә. Ул фильмға иң яҡшы йыр өсөн «Оскар» премияһына лайыҡ була, һәм был наградаға эйә булған беренсе рэп-артист була[18]. Шулай уҡ «Йыуыу» (2001), «Приколисты» (2009), «Интервью» (2014) фильмдарында һәм «Антураж» телесериалында төшә.