Эдгар По
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эдгар По (Эдгар Аллан По, ингл. Edgar Allan Poe; 19 ғинуар 1809 йыл, Бостон, АҠШ — 7 октябрь 1849 йыл, Балтимор, АҠШ) — Америка яҙыусыһы, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе, Америка романтизмы вәкиле. Хәҙерге заман детективына һәм психологик проза жанрына нигеҙ һалыусы. Эдгар Поның ҡайһы бер әҫәрҙәре фәнни фантастиканың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән. Уның ижадының үҙенсәлекле һыҙаттары: иррационаллек, мистицизм, һәләкәткә дусар булыу, һүрәтләнеүсе хәлдәрҙең ғәҙәттән тыш булыуы. Бигерәк тә «ҡурҡыныс» һәм мистик хикәйәләр һәм «Ҡарға» шиғырының авторы булараҡ билдәле.
Эдгар Аллан По | |
Edgar Allan Poe | |
1848 йылдың 9 ноябрендә эшләнгән дагеротип | |
Исеме: |
Эдгар По |
---|---|
Тыуған көнө: |
19 ғинуар 1809({{padleft:1809|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) |
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: |
7 октябрь 1849({{padleft:1849|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (40 йәш) |
Вафат булған урыны: |
Балтимор, Мэриленд, АҠШ |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, яҙыусы, эссеист һәм әҙәби тәнҡитсе |
Йүнәлеше: |
романтизм, символизм, готик әҙәбиәт |
Жанр: |
детектив, фантастика, сатира, мистификация, дәһшәтле әҙәбиәт |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«„Тамерлан“ һәм башҡа шиғырҙар» (1827) |
Ҡултамғаһы: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Эдгар По новелланы үҙенең төп ижад формаһы итеп алған тәүге Америка яҙыусыларынан. Ул тик әҙәби ижад менән генә көн итергә маташҡан, шуға күрә уның тормошо һәм карьераһы финанс ауырлыҡтарҙа үткән, етмәһә, хәмер менән дә мауыҡҡан булған. Егерме йыл ижади ғүмере эсендә Эдгар По ике повесть, ике поэма, бер пьеса, етмешләгән хикәйә, иллеләп шиғыр, ун тирәһе эссе яҙған. Әҫәрҙәре журналдарҙа һәм альманахтарҙа баҫылған, һуңынан йыйынтыҡтарға тупланған.
Эдгар По иҫән сағында тәү сиратта әҙәби тәнҡитсе булараҡ билдәле булыуға ҡарамаҫтан, артабан уның әҙәби әҫәрҙәре донъя әҙәбиәтенә, космология һәм криптографияға йоғонто яһаған. Яҙыусы Европала тыуған иленә ҡарағанда нығыраҡ таныла. Жюль Верн, Говард Филлипс Лавкрафт, Артур Конан Дойл кеүек әҙиптәр Эдгар Поның ижадын юғары баһалай, үҙҙәре популярлаштырған жанрҙарҙа уның беренселеген таный.