Чуйков Василий Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Василий Иванович Чуйков (12 февраль (31 ғинуар) 1900 йыл — 18 март 1982,) — совет хәрби етәксеһе. Советтар Союзы Маршалы (1955). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945).
Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға
Германияла совет ғәскәрҙәре төркөмөнөң Баш командующийы (1949—1953), Киев хәрби округы (1953—1960) командующийы, СССР-ҙың Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы — СССР Оборона министры урынбаҫары (1960—1964), СССР Граждандар оборонаһы ғәскәрҙәре начальнигы (1961—1972). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1982).
1942 — 1946 йылдарҙа — Сталинград алышында айырылып торған 62-се армия (8-се гвардия армияһы) командующийы.