Чола (дәүләт)
Һиндостандың көньяғындағы Тамил дәүләте / From Wikipedia, the free encyclopedia
Чола — Һиндостандың көньяғындағы Тамил дәүләте, ул беҙҙең эраға тиклем II быуатта, IX быуат аҙағында бөтә Тамилнадты һәм Деккандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөн биләгән Паллавтар империяһы ҡолатылғандан һуң, Кавери йылғаһы үҙәнендә барлыҡҡа килә. Сәскә атҡан йылдарында баш ҡалаһы Танджавур була.
Чола | |
Флаг | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 300 |
---|---|
Рәсми тел | Тамил теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Һиндостан |
Административ үҙәк | Пумпухар[d] |
Алмаштырылған | Пандья[d] |
Алыштырған | Паллавы[d] һәм Eastern Chalukyas[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1279 |
Чола Викимилектә |
Чола династияһы, үҙенә Цейлон һәм Мальдив утрауҙарын буйһондорорға тырышып, агрессив тышҡы сәйәсәт алып бара. Малай архипелагы дәүләттәре лә Чоланың коммерция һәм хәрби мәнфәғәттәре өлкәһенә ҡарай.
X—XII быуаттарҙа Чолала бер ерҙә лә күҙәтелмәгәнсә Тамил әҙәбиәте юғары үҫешкә өлгөшө, «Чола империяһының бөйөк ғибәҙәтханалары» булараҡ, Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә ингән эре ғибәҙәтханалар төҙөлә. Һиндостандан ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан Яваның Боробудур һәм Прамбанан кеүек ҡоролмаларында ла Чоланың йоғонтоһо тойола.
XIII быуат барышында Чола дәүләте көсһөҙләнә, был уның тарҡалыуына килтерә. Чолаға күрше ятҡан вассал кенәзлектәр бойондороҡһоҙлоҡ яулап ала. Шулай итеп, Дорасамундыла Хойсалдар, Девагирила Ядавтар, Варангалела Какаттар дәүләттәре барлыҡҡа килә. Илдең көньяғында боронғо Пандья дәүләте тергеҙелә. Чола батшалары һарайының айырым вариҫтары Һиндостандың көньяғындағы ваҡ кенәзлектәрҙә (Танджора районында) XVIII быуатҡа тиклем хакимлыҡ итә.