Чили
Чили / From Wikipedia, the free encyclopedia
Чи́ли (исп. Chile, рәсми атамаһы — Чи́ли Респу́бликаһы (исп. República de Chile [reˈpuβlika ðe ˈʧile])) — Тымыҡ океан һәм Анд тауҙары араһындағы ерҙең оҙон тар һыҙатын биләгән Көньяҡ Американың көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт.
Ҡыҫҡа факттар
| |||||
Девиз: «Por la razón o la fuerza
(исп. Хокуҡ һәм көс менән)» | |||||
Гимн: «Himno Nacional» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 18 сентябрь 1810 ( Испаниянан) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Сантьяго | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы | ||||
Президент | Michelle Bachelet | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 37 756 950 [1] км² 1,07 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 17 248 450 чел. (59) 22,81 чел./км² | ||||
ИЧР (2011) | ▲ 0,805[2] (бик юғары) (44 урын) | ||||
Этнохороним | чилилылар | ||||
Валюта | Чилийское песо [3] | ||||
Интернет-домен | .cl | ||||
Код ISO | CL | ||||
МОК коды | CHI | ||||
Телефон коды | +56 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -4 |
Ябырға
Көнбайышта Тымыҡ океан менән йыуыла, көнсығышта Аргентина, төньяҡта — Перу, төньяҡ-көнсығышта — Боливия менән сиктәш.
Чили оҙонлоғо 6435 километрға һуҙылған яр буйы һыҙатына һәм Чили диңгеҙе (Mar chileno) тип аталған сиктәш диңгеҙ арауығына эксклюзив хоҡуҡҡа эйә [4], һәм ул дүрт өлкәне[5]: территориаль һыуҙарҙы (120 827 км2), яҡын ятҡан зонаны (131 669 км2), айырым иҡтисади зонаны (3 681 989 км2) һәм шуға ярашлы континенталь шельфты (161 338 км2) үҙ эсенә ала.